Башҡорт теле йылы, халыҡ – ара туған телдәр көнө, VI Бөтә донъя фольклориадаға бағышланған Дим районы мәктәптәре араһындағы ярыш 102 – се башҡорт гимназияһында уҙҙы.
Конкурс бик ҡыҙыҡлы, фәһемле ойошторолдо. Башҡорт халҡының ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын, ауыҙ — тел ижадын уҡыусыларҙың яҡшы белеүе ҡыуандырҙы. Һүрәткә ҡарап хикәйә төҙөү, көләмәсте сәхнәләштереү, капитандар ярышы сәмле барҙы.
«Ҡыйыуҙар» (113- сө мәктәп) командаһы иң күп мәрәй йыйып, еңеүсе тип табылды. «Отҡорҙар» (102 – се башҡорт гимназияһы) һәм «Тырыштар» (123 – сө лицей) иһә лайыҡлы икенсе урын яуланы. Ә бына «Етеҙҙәр» (103- сө мәктәп) өсөнсө урын алды.
Башҡорт теленә ҡарата булған һөйөүҙәре һүрелмәһен, ә киреһенсә, бына ошондай рухлы сараларҙа күберәк ҡатнашһындар ине.
Спасибо!
Теперь редакторы в курсе.