Республиканың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштереләсәк!

Ошо турала указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, БР Хөкүмәтенә Рауил Бикбаевтың тормошо, йәмәғәт, фән һәм ижади эшмәкәрлеге тураһында дәүләт мультимедиялы материалдар архивын булдырырға, сайт әҙерләргә ҡушылды. Йыл һайын халыҡ шағирының тормошона һәм ижадына арналған шиғриәт фестивалдәре, ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарыу ҡаралған, шулай уҡ, Башҡортостан вуздары студенттарына актив йәмәғәт эшмәкәрлектәре өсөн Рауил Бикбаев исемендәге стипендия алыу мөмкинлеге бар. Өфөләге 102-се Башҡорт гимназияһына Рауил Бикбаев исеме биреләсәк.

Өфө ҡала советына ҡаланың бер урамына Рауил Бикбаев исемен бирергә тәҡдим ителде.

Өфө Хакимиәтенә үҙ сиратында Рауил Бикбаев йәшәгән Менделеев урамының 148/3 йортона халыҡ шағиры барельефы менән мемориаль таҡта ҡуйырға, Рауил Бикбаев исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндерергә, Өфөнөң бер музейына шағирға арналған экспозиция эшләргә тәҡдим ителде.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев быйыл 23 апрелдә 81 йәшендә ауыр сирҙән һуң беҙҙең аранан китте. 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0
Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.