«Аманат» журналы менән гимназиябыҙ араһында тығыҙ бәйләнеш өҙөлмәй. 2019 йылдың  икенсе ярты йыллығына яҙылыу айлығы иғлан ителеү менән , әүҙем эш башланды ла инде.Уҡыусылар менән осрашыуға  редактор урынбаҫары Рәзил Бикбулатов , журналист  Миләүшә Баййегетова һәм ҡыҙ- егеттәр яратып тыңлаған ,күптәрҙең кумирына әйләнгән   «Бәхетле» төркөмө егеттәре саҡырылды.    Республикабыҙҙың -100 ,ә журналдың 90 йыллығына арналған һорауҙарҙан әҙерләнгән уйындар менән концерт номерҙары   аралаштырылып барҙы. Дәртле, йылғыр,отҡор уҡыусылар ҙур теләк менән уйындарҙа ҡатнашты һәм бүләктәр отто. Ә бына «Бәхетле» төркөмөнөң  йырҙарын рәхәтләнеп  тыңлап, ихлас бейенеләр һәм автографтар алыу бәхетенә иреште гимназистарыбыҙ. 

    6 а класы уҡыусылары (кл.етәкселәре Ф.И.Дәүләтова) мәктәп буйынса  иң күп журналға яҙылыусы класс тип танылды.АфариндарБашҡа класстар ҙа ҡушылыр тигән өмөттәбеҙ,әле ваҡыт бар.Сөнки киләһе уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ,бай йөкмәткеле ,фәһемле журналды әҙәбиәт дәрестәрендә , класс  сәғәттәрендә ҡулланасаҡтарын белдерҙе. Тимәк, журналға яҙылыусы , яратып уҡыусыларыбыҙҙың һаны артыр тип ышанып ҡалабыҙ. 

Илзирә Ғәрифуллина

 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0
Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.