21-23 ғинуарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҙасаҡ.Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле , бәйге быйыл “Туған тел донъяһы” порталында һәм zoom онлайн- конференциялар платформаһында дистанцион рәүештә ойошторола.

Олипиадала ҡатнашыусылар өс эш төрө – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәт буйынса тест яҙасаҡ, яҙма һәм телдән эштәр үтәсәк. Республика бәйгеһендә республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан телһөйәр уҡыусылар, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгән милләттәштәребеҙ ҡатнашасаҡ.

Ә беҙҙең гимназиянан ете уҡыусы ҡатнаша: Дик Анжелика, Пермякова Алина, Ғайсин Илсур, Тәүәкәлова Камилә, Иҫәнғужина Эльза, Ибраһимова Наҙгөл, Томанова Таңсулпан. Уҡыусыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.