Ошо матур датаға арналған саралар ойошторолоп тора.

       Башҡорт теле уҡытыусыһы Рәғиҙә Хабрахман ҡыҙы 6а, 8а класы уҡыусылары менән “Ғәзиз туған телем” тип аталған викторина уҙғарҙы.Уҡыусылар 2 командаға бүленеп ярышты. “Һуҙынҡылар” командаһы ла, “Тартынҡылар” ҙа үҙҙәрен зирәклектә, етеҙлектә, тапҡырлыҡта һынатманы. Бирелгән ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп белемдәрен күрһәттеләр. Йомаҡтар, ребустар систеләр, Т хәрефенә башланған кеше исемдәрен иҫтәренә төшөрҙөләр. Уҡыусылар туған тел тураһында шиғырҙар һөйләне, мәҡәлдәр әйтте. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, шул уҡ ваҡытта күңелле үтте. Ошондай саралар уҡыуыларҙың телмәрен үҫтерә, белемен камиллаштыра, байыта, туған телгә, халыҡ ижадына һөйөү, ихтирам тойғолары тәрбиәләй. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә уңайлы уҙғарылған был сарала дуҫлыҡ еңде.

 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.