Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән 14 декабрь “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Беҙҙең гимназияла ла был көндө барыһы ла башҡортса һөйләшеп һәм республика буйынса башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса үткәрелгән сараларҙа актив ҡатнаша.
Ошо уңайҙан бөгөн Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейында Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһының 5а,6а класс уҡыусылары өсөн сара үтте. Музей ағзалары тарафынан әҙерләнгән башҡорт телендә фильм ҡаранылар. Фильм патриотик рухлы һәм мәктәп тормошо сағылдырылған булыуы менән балаларҙың күңеленә үтеп инде. Улар Бөйөк Ватан һуғышында яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Ошо уҡ көндө иртәнге сәғәт 10 арҙаҡлы шәхес исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теленән республика асыҡ дәресе уҙа. Был сарала беҙҙең 8а класы уҡыусылары ҡатнаша.
Гимназияла асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре үтте.
Спасибо!
Теперь редакторы в курсе.