19 октябрь Альянс башҡорт йәштәрҽ ойошмаһы Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһында Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналған квест уҙғарҙы. Алты команда ҡатнашлығындағы уйын бик ҡыҙыу барҙы. Уҡыусылар викторинала көс һынашты, башҡорт йыр-моңо һәм бейеүе, Башҡортостан картаһы менән бәйле ҡыҙыҡлы эштәр башҡарҙы. Мәктәп уҡыусылары, сараны ойоштороусылар менән берлектә, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып, артабан да бәйләнеште өҙмәҫкә тигән теләктә таралышты. Әйтеп үтергә кәрәк, бындай сараларҙың төп әһәмиәте йәштәрҙә тыуған илгә ҡарата илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә, уларҙы граждандар итеп үҫтереүгә, йәмғиәттәге процестарға әүҙем йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0
Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.