Радий Хәбиров указына ярашлы Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһына Рауил Бикбаев исемен бирҙеләр. 12 декабрь гимназияла шәхестен тыуған көнөн үткәрҙеләр. Ә «Аманат»тар видеофильм эшләнеләр.

12 декабрь – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған көнө. Уға быйыл 81 йәш тулған булыр ине…

Октябрь айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, күп йыллыҡ емешле йәмәғәт эшмәкәрлеген иҫәптә тотоп, уның исемен мәңгеләштереү буйынса Республика башлығы Радий Хәбиров махсус указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы Өфө ҡалаһының Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһына халыҡ шағиры исеме бирелеүе билдәле булды.

Рауил Төхвәт улының тыуған көнөндә гимназияла хәтер кисәһе уҙғарҙылар. Байрамға ҡәләмдәштәре, дуҫтары Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, шағир Зөфәр Вәлитов, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев һәм 58 йыл бергә иңгә-иң терәп, донъя көткән Рауил Төхвәт улының тол ҡатыны Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы саҡырылғайны. Беҙҙең видеофильмды ҡарағыҙ!

Источнник: Журнал «Аманат»

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0
Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.