20 февраль беҙҙең 9 А класында Халыҡ –ара туған телдәр көнөнә арналған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, рух һәм телһөйәрлекте үҫтерер “Әлләсе” уйыны үтте. БСТ каналында үткән телеуйындан һис ҡалышманы. Шөғәйепова Наҙгөл Һәм Хәмитов Арыҫлан етәкселегендәге ике команда туған телдә яҡшы аралашыу ғына түгел, туған әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ буйынса тәрән белемле, зирәк уҡыусылар икәнлеген дә күрһәтте. Уҡыусыларыбыҙҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы был уйын бик күңелле, юғары кимәлдә үтте.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0
Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.