Гимназиябыҙҙа шаулап – гөрләп “Һылыуҡай-2022” конкурсы уҙҙы.

«Һылыуҡай» конкурсының матур яҙ айына тура килеүе юҡҡа түгелдер. Гүзәл заттар ҙа бит донъяға, тәбиғәткә һулыш биреүсе яҙҙай тормошобоҙҙоң йәме, матурлығы, кешелеккә йәшәү биреүсе. Ҡыҙ кеше — илаһи зат та, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә, шуға күрә лә «Һылыуҡай» гүзәллек бәйгеһе күңелдәргә дәрт өҫтәне, яҙ кәйефе бүләк итте.

Милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын пропагандалау, гүзәлдәребеҙҙең ижади мөмкинлектәрен асыу, йәштәрҙе төрлө ижад төрөнә йәлеп итеү –  башҡорт һылыуҙары бәйгеһенең маҡсаттары ошо. Конкурста береһенән-береһе сибәр, матур һәм аҡыллы 9 ҡыҙ ҡатнашты. Улар уңғанлыҡта, зирәклектә, ижади оҫталыҡта һынау тотто.
Конкурсты һылыуҡайҙар башҡорт бейеүе менән асып ебәрҙе. Береһенән-береһе матур, нәҙекәй билле, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән, зауыҡлы башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар бейеүе тамашасыларҙы әсир итеп, халҡыбыҙҙың тарихына, хозур тыуған еребеҙҙең даръяларына алып киткәндәй булды. Сараның саф башҡорт ҡыҙҙарына хас сифаттарҙың береһен — серлелектән башланыуы бик тә отошло булды, залдағылар шунда уҡ күркәм тамаша ҡарарға әҙерләнде.
Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу. Һәр ҡыҙ үҙе, ғаиләһе, хыялдары, маҡсаттары тураһында һөйләне. Әйтелгәндәр тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтһен, йөрәктәренә үтеп инһен өсөн һылыуҡайҙар үҙҙәренең уй-хистәрен һүҙ оҫталыҡтары аша еткерҙе, бының өсөн шиғри юлдарҙы ла файҙаланды. Сығыштарҙың милли колорит, рух көсө менән һуғарылыуы, һис юғында, сибәркәйҙәрҙең серле ҡурай моңолай наҙлы, яғымлы башҡорт телен, данлыҡлы, бай тарихлы тыуған яҡтарын сикһеҙ яратыуына һис шик ҡалдырманы.
“Дефиле” конкурсында килешле күлдәк-костюмдарҙа бар ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренең ысын һылыуҡай икәнен күрһәтте. Сибәркәйҙәр матур, наҙлы, һомғол буйлы ғына түгел, һәләтле лә булып сыҡты. Улар күмәкләп матур итеп йыр башҡарып та, оҫта итеп бейеп тә күрһәтте. 2022 йылдың «Һылыуҡай» гимназия конкурсында Гран-приға Диана Ғөбәйҙуллина  лайыҡ булды. Еңеүселәр дипломдар, сәскәләр һәм бүләктәр алды. Кисә бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

Меню

Спасибо!

Теперь редакторы в курсе.