8 сентябрҙә гимназияла Милли кейем көнө үтте. Ҡунаҡҡа сығышы менән Ҡатай ырыуынан, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Олосолтан ауылынан Ғилманова Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙы саҡырылды. Ҡурған өлкәһендә лә милли кейемдәрҙең үҙенсәлектәре күп, тарихы бик бай, ти беҙҙең инәйебеҙ. Ул үҙенең бер быуат һаҡланған камзулын, һуғыштан һуң тегелгән һаҡалдарын балаларға күрһәтте. Элмәле күлдәккә төшөнсә бирҙе. Был күлдәктә ҡаҙ тәпәйҙәре, игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәнде белдереп, бойҙай элементтары төшөрөлгән ине. Рәхилә инәй районда, ҡалала, республикала үткән байрамдарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Уҡыусыларға ла милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен дәлил дә тип аңлатты. Уҡыусыларға осрашыу бик оҡшаны.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәкиева Гөлзифа Фәнил ҡыҙы.
Спасибо!
Теперь редакторы в курсе.